Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
22 Апрель 2022, 14:15

Ярҙам буласаҡ!

Санкциялар шарттарында республика предприятиеларына ярҙам итеү маҡсатында байтаҡ саралар ҡаралған. 

Өфөлә һәм Ишембайҙа кейем тегәләр, Стәрлетамаҡта, Өфөлә һәм Нефтекамала офтальмология продукцияһы етештерәләр, республиканың Ҡырмыҫҡалы районында – тимер-бетон, ә Октябрьский ҡалаһында пластмасса әйберҙәр эшләйҙәр.

Башҡортостан предприятиелары, бер ниндәй санкцияларға ҡарамаҫтан, cафта ҡала. 
Әлбиттә, сеймал, ҡорамалдар менән ҡыйынлыҡтар бар, белгестәр етешмәй. Әммә теләк булһа, барыһында еңеп сыҡғырлыҡ көс тә табыласаҡ.

Ауырлыҡтар килеп тыуған осраҡтарҙа федераль һәм республика дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланыу мөмкинселеге бар.  Санкциялар шарттарында Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына ярҙам саралары араһында 56 ойоштороу һәм 87 финанс сараһы бар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн  55 миллиард һум аҡса бүленгән.

Тулыраҡ ВК селтәрендәге төркөмөбөҙҙәге видеороликта.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: