Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
1 Май 2022, 17:45

Ҡар яуа, ҡырау төшә

Киләһе тәүлеккә һауа торошо прогнозы

Ҡар яуа, ҡырау төшә
Ҡар яуа, ҡырау төшә

Башҡортостанда киләһе тәүлектә ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә “Башинформ” республика гидрометүҙәк идаралығына һылтанма менән.

Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ һауа температураһы 10-15градус йылы буласаҡ, ә төндә -5 градусҡа тиклем түбәнәйеүе мөмкин.

Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 м тиҙлектә иҫә.

Ейәнсура районында иһә, Яндекс Погода мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн төндә 1-4, иртәгә көндөҙ 9-13 градус йылы булыуы көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: