Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
5 Май 2022, 08:45

Хәҙер авиапатрулдәр яңы нөктәләрҙән оса

Башҡортостанда урман янғындарына ҡаршы көрәшеү өсөн авиапатрулдәрҙең өҫтәлмә дислокация нөктәләре булдырылды

Хәҙер авиапатрулдәр яңы нөктәләрҙән оса
Хәҙер авиапатрулдәр яңы нөктәләрҙән оса

Башҡортостанда тәбиғәт янғындарына ҡаршы оператив һәм һөҙөмтәле көрәшеү өсөн авиапатрулдәрҙең яңы дислокация урындары булдырылды. Был хаҡта БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

“Хәҙер белгестәр Өфөнән генә түгел, ә тағы Белореттан, Йылайырҙан һәм Иҫке Собханғолдан оса. Был янғындарҙы тиҙ арала асыҡлау өсөн оптималь нөктәләр”, – тип белдерҙе республика урман янғындары үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.

Урман хужалығында билдәләүҙәренсә, эш алдан билдәләнгән маршруттар буйынса алып барыла. Авиапатрулдәр 4,1 га майҙанда эш итә, ә ерҙәге патрулдәр дөйөм оҙонлоғо 28 мең км булған һәм 1,6 млн га урмандарҙы солғаған 824 маршрут буйынса мониторинг үткәрә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: