Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
5 Май 2022, 17:15

Рәсәйҙә 11 ҡала самолеттарҙы ҡабул итмәй

Көньяҡ аэропорттарға осоуҙы тыйыу 13 майға тиклем оҙайтылды

Рәсәйҙә 11 ҡала самолеттарҙы ҡабул итмәй
Рәсәйҙә 11 ҡала самолеттарҙы ҡабул итмәй

Федераль һауа транспорты агентлығы илдең көньяҡ аэропорттарына осоштарҙы ваҡытлыса сикләү режимын оҙайтты, тип хәбәр итте “Башинформ”. 11 ҡала, шул иҫәптән Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста 13 майға тиклем самолеттарҙы ҡабул итмәй.

«Рәсәй авиакомпанияларына пассажирҙарҙы Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар буйынса ташыуҙы ойошторорға тәҡдим ителде», — тиелә Федераль һауа транспорты агентлығы белдереүендә.

Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: