Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
5 Май 2022, 10:15

Һуңғы үлем осрағы 30 апрелдә теркәлгән

COVID-19: Башҡортостанда дүрт көн үлем осрағы теркәлмәгән, ял көндәрендә 700 кеше йоҡторған

Һуңғы үлем осрағы 30 апрелдә теркәлгән
Һуңғы үлем осрағы 30 апрелдә теркәлгән

Үткән оҙайлы ял көндәрендә республикала 700-гә яҡын кеше коронавирус йоҡторған, шул иҫәптән 4 майҙа – 133 кеше, тип яҙа “Башинформ”.  Пандемия башланғандан алып ковид республиканы 286 291 кешеһендә теркәлде, шуларҙы 279,7 меңе һауыҡҡан. Хәҙер төбәктә 900 кеше был сиргә ҡаршы көрәшә. 160 пациент дауаханаларҙа, ҡалғандары өйҙә дауалана.

Дүрт көн рәттән ашҡортостанды коронавирустан вафат булыусылар теркәлмәй. Һуңғы тапҡыр үлем осрағы 30 апрелдә теркәлгән. Инфекция ҡорбандарының дөйөм һаны – 5619 кеше.

Фото: «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: