Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
8 Май 2022, 10:20

Байдәүләттәр Сәләхтә ҡунаҡта

Байдәүләттәр "Айыҡ ауыл 2021" Республика конкурсы сиктәрендә күрше Йылайыр районының Сәләх ауылында булып ҡайтҡан. Был сәфәрҙең тәьҫораттары менән Байдәүләт ауылы китапханасыһы Гөлсөм Бикйәнова бүлешә

Байдәүләттәр Сәләхтә ҡунаҡта
Байдәүләттәр Сәләхтә ҡунаҡта

Байдәүләттәр "Айыҡ ауыл 2021" Республика конкурсы сиктәрендә күрше Йылайыр районының Сәләх ауылында булып ҡайтҡан. Был сәфәрҙең тәьҫораттары менән Байдәүләт ауылы китапханасыһы Гөлсөм Бикйәнова бүлешә: "Ут күршеләребеҙҙең саҡырыуын ҡабул итеп, Сәләх ауылына, "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһе сиктәрендә үткәрелгән "Ил яҙмышы - ирҙәр ҡулында" байрамына барып ҡайттыҡ.

Ир-егеттәрҙең бар һөнәрен күрһәтте улар был сарала. Элеккеләрҙе тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыуҙары һоҡландыра. Улар йәштәргә үрнәк күрһәтә, йолаларыбыҙ онотолоуына юл ҡуймай.

Сәләх халҡы егәрле, берҙәм халыҡ икәне күренеп тора. Бергәләп ауыл урамын йәмләп, гармундар уйнап, ауыл көйҙәрен йырлап үтеүҙәре үҙе ни тора! Ошондай аралашыу саралары бик кәрәк. Рәхмәт һеҙгә Сәләхтәр, һеҙгә һәм беҙгә лә уңыштар юлдаш булһын был бәйге лә!"

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: