Яңылыҡ
13 Май 2022, 07:10

Рәсәйҙә оло йәштәгеләр июндә бер тапҡыр 15 мең һумлыҡ түләм ала

Эксперт Рәсәй пенсионерҙары июнь айында 15 мең һум пособие аласағы тураһында белдерҙе

Рәсәйҙә оло йәштәгеләр июндә бер тапҡыр 15 мең һумлыҡ түләм алаРәсәйҙә оло йәштәгеләр июндә бер тапҡыр 15 мең һумлыҡ түләм ала
Рәсәйҙә оло йәштәгеләр июндә бер тапҡыр 15 мең һумлыҡ түләм ала

Рәсәй пенсионерҙары июнь айында 15 мең һум бер тапҡыр түләнеүсе пособие алырға мөмкин. Был хаҡта эксперт Сергей Власов һөйләне, тип хәбәр итә riafan.ru.

Пенсия эксперты әйтеүенсә, түләмдәр тураһында әлегә рәсми белдерелмәгән. Әммә селтәрҙә таралған мәғлүмәт юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Хәҙер пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләмдәрҙе арттырыу әүҙем тикшерелә.

“Әлегә тәҡдимдәр сер итеп тотола, әммә ул стандарт индексация ла, пенсионерҙарға бер тапҡыр түләм дә булырға мөмкин. Етмәһә, һуңғыһының механизмы былтыр сентябрҙә үҙенең йоғонтололоғон иҫбатланы”, – тип билдәләй Власов.

Элек пенсионерҙарға 10-ар мең һум түләгәйнеләр. Хәҙер инфляцияны иҫәпкә алып, түләмдәрҙең күләме 15 мең һумға тиклем арттырылырға мөмкин. Аҡса 3 июндән күсерелә башлауы ихтимал.

Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәте буйынса, түләмдәр 1 июндән индексациялана.

Фото: Baltphоto/ Ольга Андросова.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас