Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
21 Май 2022, 17:15

Тыйылған урындарҙа сауҙа итергә мөмкин

Башҡортостанда тыйылған урындарҙа сауҙа иткән өсөн штрафтар бөтөрөлдө

Тыйылған урындарҙа сауҙа итергә мөмкин
Тыйылған урындарҙа сауҙа итергә мөмкин

Башҡортостанда билдәләнмәгән урындарҙа дөйөм ҡулланылыштағы территорияла урамда сауҙа иткән йәки көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн штрафтарҙы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарған закон көсөнә инде, тип хәбәр итте “Башинформ”.

«Ҡағиҙә булараҡ, тыйылған урындарҙа пенсионерҙар үҙ баҡсаһында үҫтергән еләк-емешен, картуфын, төрлө әҙерләмәләрен һата. Был уларға аҙмы-күпме килем килтерә, ҙур ярҙам булып тора», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Граждандарға, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, эшҡыуарҙарға, юридик берәмектәргә һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә штраф һалынмай.

Быға ҡәҙәр Башҡортостанда рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф граждандарға — 500-3000 һум, вазифалы кешеләргә — 20- 40 мең һум, юридик берәмектәргә  50-100 мең һум ине.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: