Яңылыҡ
29 Май 2022, 03:45

15 йыл өҙлөкһөҙ стаж өсөн – 6400 һум

15 йыл өҙлөкһөҙ стажы булған Рәсәй граждандары май аҙағында яңы түләм ала башлай

15 йыл өҙлөкһөҙ стаж өсөн – 6400 һум15 йыл өҙлөкһөҙ стаж өсөн – 6400 һум
15 йыл өҙлөкһөҙ стаж өсөн – 6400 һум

Был хаҡта Primpress порталы хәбәр итте.

Был түләмгә 15 йыл стаждан тыш тағы ҡайһы бер талаптарға яуап биргән кешеләр иҫәп тота ала. Һүҙ ҡотҡарыу системаһында кәмендә 15 йыл эшләгән һәм авария-ҡотҡарыу эштәренә ҡатанашҡан хеҙмәтәкәрҙәр тураһында бара. Ундай белгестәргә түләмдәр системаһы 60-тан артыҡ төбәктә эшләй һәм май айында уны Һарытау өлкәһендә лә индергәндәр. Унда 40 йәштән өлкәндәр түләм алырға мөмкин. Уның күләме йәшәү минимумынан 50 процент, йәғни 6372 һум тәшкил итә. Йәшәү минимумы июнь айында 10 процентҡа индексацияланғас, түләм күләме лә артасаҡ

Бындай өҫтәмә түләмдәр хеҙмәт йылдары буйынса пенсияға сыҡҡандарға һәм ҡартлыҡ буйынса пенсия алыусыларға түләнә, тип яҙа Primpress.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас