Яңылыҡ
7 Июнь 2022, 13:45

Июндә Башҡортостан халҡына планеталар парадын күреү бәхете тәтейәсәк

Бының турала Өфө планетарийынан хәбәр итәләр.

Июндә Башҡортостан халҡына планеталар парадын күреү бәхете тәтейәсәкИюндә Башҡортостан халҡына планеталар парадын күреү бәхете тәтейәсәк
Июндә Башҡортостан халҡына планеталар парадын күреү бәхете тәтейәсәк

Быйыл яҙ бөтә ете планета ла иртәнге күктә күренде, тип билдәләй белгестәр. Улар иртәнгә ҡарай, бер-бер артлы офоҡ өҫтөндә теҙелде һәм таң атҡанда, парадтағы кеүек, эклиптика буйлап теҙелеп баҫты. Ләкин уларҙың күренеүсәнлеге бик яҡшы төҫмөрләнмәне.

Был планеталар парады июндә лә дауам итәсәк һәм күпселек планетаны, айырыуса ай аҙағында күреү мөмкинлеге яҡшыраҡ буласаҡ. Планеталар парадын айҙың тап ошо осоронда, планеталарға инеп юғала барған Ай ҡушылғанда күҙәтеү яҡшыраҡ. Ул 19 июндән башлап бөтә планета менән сиратлап осрашасаҡ. Ай аҙағында Меркурийҙы ла күҙәтергә мөмкин.

Планеталар көньяҡтан төньяҡ-көнсығышҡа тиклем ошондай тәртиптә теҙеләсәк: Сатурн, Нептун, Юпитер, Марс, Уран, Венера һәм Меркурий.

Планеталар парады июлдә лә дауам итәсәк, тик сафты Меркурий ҡалдырып китәсәк, ул 17 июлдән һуң киске күккә «ҡасасаҡ».

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас