

Ул 2021 йылдың мартында сәфәргә сыҡҡан һәм әле 9 мең км юл үтеп, Башҡортостанға килеп еткән, тип хәбәр итә “Башинформ” республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
«От полюса холода до Белокаменной” тип аталған аттарҙа сәйәхәт проекты Яҡут республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнала. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 11 мең км һәм уны яҡут тоҡомло аттарҙа үтәләр. Башта экспедиция составында ике кеше һәм дүрт ат булған, әммә хәҙер ике ат менән Дугуйдан бер үҙе ҡалған.
Өфөлә сәйәхәтсене ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршылағандар, баш ҡаланы һәм башҡорт аттарын күрһәткәндәр. Дугуйдан Винокуровты өйҙә ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Ул яҡут аттарында бөтә донъяны урап сығырға хыяллана.