Яңылыҡ
28 Июня 2022, 07:15

Эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә 250 мең һум бирелә

Ярашлы ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүл статусына эйә булыусылар үҙ эшен асыуға 250 мең һум алырға һәм белем алыуға сығымдарҙы 30 мең һумға тиклем компенсацияларға мөмкин, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Ярашлы ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Быға тиклем был дәүләт ярҙамы сараһы килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған граждандар өсөн генә ғәмәлдә ине, хәҙер уны халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә бәйле киңәйттеләр.

“Был күп бәләкәй предприятиеларға, уларҙың күптәре ғаилә эше, безнес форматын үҙгәртергә, эштәрен һаҡлап ҡалырға йәки яңыһын асырға, эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк”, – тип белдерҙе БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Дисквалификацияланыуслар реестрында булмау, шулай уҡ һалымдәр һәм йыйымдар түләү буйынса 10 мең һумдан артыҡ бурыс булмауы түләм алыуҙың төпө шарты булып тора.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас