Яңылыҡ
6 Июля 2022, 05:45

Башҡортостан халҡын яңы музейға саҡыралар

Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы “Шүлгәнташ” музей комплексына саҡырҙы

Башҡортостан халҡын яңы музейға саҡыраларБашҡортостан халҡын яңы музейға саҡыралар
Башҡортостан халҡын яңы музейға саҡыралар

Республика етәксеһе социаль селтәрҙә яҙыуынса, 9 июлдә Бөрйән районында яңы “Шүлгәнташ” музей комплексы асыла. Был Рәсәйҙә берҙән-бер ундай музей.

Шәмбе көндө музей комплексында ҙур сара – Рәсәйҙә Халыҡ-ара тотороҡло үҫеш мәнфәғәттәрендә фундаменталь фәндәр йылын рәсми асыу тантанаһы үтәсәк. Шул сәбәпле музей, шул иҫәптән мәмерйә был көндө ябыҡ буласаҡ. “Был көндәрҙә Шүлгәнташҡа барырға йыйыныусыларҙан ғәфү үтенәм. Әммә теләгән бер башҡа ваҡытта һеҙҙе килергә саҡырам. Бында бик яҡшы һәм ҡарарлыҡ нәмәләр бар”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас