Яңылыҡ
6 Июль 2022, 10:15

«Еңеү менән ҡайтырбыҙ!»

Башҡортостанда Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонды оҙатыу сараһы уҙҙы

«Еңеү менән ҡайтырбыҙ!»«Еңеү менән ҡайтырбыҙ!»
«Еңеү менән ҡайтырбыҙ!»

Республика Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм батальон командирына подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы.

Бөгөн «Патриот» паркында Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонды оҙатыу сараһы үтте, тип хәбәр итте “Башинформ”. Уны ойоштороу башланғысын хәрби хеҙмәт ветерандарының республика йәмәғәт ойошмалары тәҡдим итте.

«Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар!

Бөгөн республикабыҙ тарихында үҙенсәлекле көн. 80 йылдан ашыу элек Өфөнөң Совет майҙанында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағы тапшырылған. Бөгөн беҙҙең егеттәр йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә, илебеҙҙе һаҡларға китә.

Донбасс менән беҙҙе тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй. Оҙаҡ йылдар беҙ шунда йәшәгән халыҡҡа ярҙам итәбеҙ. Бөгөн беҙҙең табиптар, төҙөүселәр һәм ирекмәндәр унда эшләй. Әммә уларға хәрби ярҙам да кәрәк. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең янығыҙҙа булырбыҙ, һеҙгә ярҙам күрһәтербеҙ. Республика һеҙҙе көтә. Еңеү менән ҡайтығыҙ. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәндәре булыуҙың оло хөрмәткә лайыҡ икәнен онотмағыҙ. Хәйерле сәғәттә!» – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, батальон яугирҙәре алдында сығыш яһап.

Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, батальонға алынғандарҙың барыһы ла ҡыйыу аҙым яһаған. 

«Һеҙ ышаныслы, дуҫ коллектив булып ҡалырһығыҙ тип ышанам. Уңышлы хәрби әҙерлек үтеүегеҙҙе һәм хәрби бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығыуығыҙҙы теләйем»,  – тине хәрби комиссар.

Фото: Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас