

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында "Башҡорт аты" фестивале үтәсәк, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите.
Бында республика бәйгеләрендә еңеү яулаған башҡорт тоҡомло аттар, ҡымыҙ етештереүселәр буласаҡ, сбруйҙар эшләгән оҫталарҙың эштәре, атҡа бәйле төрлө күргәҙмәләр ойоштороласаҡ, "Мәргән уҡсы" ярышы уҙасаҡ. Халҡыбыҙҙа борондан йылҡы малы тотоу тураһында тамаша сәхнәләштереү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ йыр-моң, бейеүҙәр буласаҡ.
"Башҡорт аты" байрамының төп биҙәге - 1500 аттан торған парад, ти ойоштороусылар. Бының өсөн аттар республиканың төрлө райондарынан килтереләсәк. Был ҙур парадты Гиннесс рекордтар китабына индереүгә иҫәп тотола.
Сарала шулай уҡ "Ылаҡ", "Ауҙарыш" уйындары, ат сабыштары, Ҡымыҙ байрамы буласаҡ. Йылдың иң сағыу ваҡиғаларының береһенән ситтә ҡалмағыҙ! Сарала ҡатнашырға заяка биреүгә бәйле мәғлүмәт - видеояҙмала.
Фото: Кәримә Усманова / “Башҡортостан” гәзите.