Яңылыҡ
23 Июль 2022, 05:25

Республикала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны аталды

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Башҡортостанда 4 миллион кеше йәшәй.

Уларҙың 2 миллион 121 меңе-гүзәл зат вәкиле, 1 миллион 881 меңе-ир-егет. Быйыл эшкә һәләтле халыҡ һаны 42 мең кешегә артҡан. Улар араһында көслө зат вәкилдәре күберәк. Рәсәйҙә 147 миллион 200 мең кеше иҫәпләнә. 2010 йылғы йәниҫәп менән сағыштырғанда халыҡ һаны 2 миллион кешегә артҡан. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас