Яңылыҡ
26 Июль 2022, 07:45

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Владимир Путин яңы һөнәри байрам булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылдыРәсәйҙә яңы байрам булдырылды
Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2 октябрҙе Урта һөнәри белем биреү көнө тип иғлан итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, яңы байрам урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү һәм популярлаштырыуға йүнәлтелә. Айырым дата булдырыуҙы РФ Мәғрифәт министрлығы тәҡдим иткән. Унда белдереүҙәренсә, буласаҡ һөнәр эйәләрен уҡытыуға күп көс һалған педагогтар, мастерҙарҙың абруйын күтәреү мөһим.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас