Сара сиктәрендә кәсеп оҫтаханалары, ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтар әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша. Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Әлмөхәмәтов. Ул Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән.
-Сананың табанына йүкә ағасын ҡулландым. Һунар санаһын ҡыш көнө һунарға ҡулланам, ат көткәс, көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланыла. Шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы ла үҙем эшләйем. Ейәнем Мирйән дә ярҙамлаша, - ти Рәмил Оморҙаҡ улы.
Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Кәрим Мостафин йүгәнгә биҙәүестәр һуға, шулай уҡ ат егеү өсөн заказ буйынса кәрәк-яраҡтар етештерә.
Майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре, ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәләре урын алған. Баһалама ағзалары конкурстанттарҙың эшен баһалап, иң-иң оҫталарҙы билдәләйәсәк.