+28 °С
Болотло


Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 81 кешелә коронавирус асыҡланған, бер аҙна элек был һан 59 ине.
Хәҙерге ваҡытта стационар шарттарында 105 кеше дауалана, шуларҙың 69-ы 60 йәштән өлкән граждандар. 23 пациент ауыр хәлдә. Амбулатор дауаланыуслар һаны 350 кеше, шул иҫәптән оло йәштәгеләр 105 кеше.
COVID-19-ҙан һуңғы тәүлектә 76 кеше һауыҡҡан. Үлем осраҡтары теркәлмәгән.