Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
4 Август 2022, 16:04

Бүләктәр уйнатылды

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң баҫмаларға яҙылыусылары араһында “Яҙыл һәм от” конкурсына йомғаҡ яһалды. Нәшриәт уйнатҡан ҡыйбатлы бүләктәрҙе гәзит-журналдарҙы әүҙем алдырыусы ҡатын-ҡыҙҙар отто.

Бүләктәр уйнатылды
Бүләктәр уйнатылды
Приздарҙы уйнатыу кисә, 3 августа, БСТ каналының “Сәләм” иртәнге тапшырыуында үтте. Конкурста ҡатнашыу өсөн кәмендә ике баҫмаға яҙылыу талап ителгәйне. Баҫмаларҙың исемлеге rbsmi.ru сайтының интернет- магазинында урынлаштырылған ине. Улар - республика баҫмалары, журналдар, район гәзиттәре. Конкурс шарттары буйынса уҡыусылар 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына, гәзит-журналдарҙың электрон, баҫма , почта, альтернатив вариантына яҙылды.

Уҡыусылар араһында ноутбук, мотоблок, телевизор, һыуытҡыс-лар, телевизор, велосипед уйнатылды. Барлығы меңгә яҡын хат ҡабул ителгән, әммә конкурсҡа 500 кеше үткән. Приздар уйнатҡанда бүләктәргә 68 процент ҡатын-ҡыҙҙар, 32 процент ир-егеттәр дәғүә иткән. Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла һәм башҡа райондар өҫтөнлөк итә. Балалар журналы араһында “Аманат”ҡа, ә өлкәндәр баҫмаларында “Йәшлек”, “Өмөт” лидерҙар булып тора.

Төп приз - ноутбук Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Айһылыу Сирбаеваға эләкте. Ул “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм “Шоңҡар” журналдарына яҙылған.

Мотоблок Ауырғазы районы Кәбәс ауылына, Мөлөкөва Миңзәләгә китте. Ул “Башҡортостан Республикаһы” һәм “Ауырғазы хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылған.

Һыуытҡыс-лар - Өфөнән Рәсимә Яҡуповаға. Ул “Ағиҙел” һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы”на яҙылған

Телевизор - Бүздәк районыны Ураткүл ауылына, Зифа Цукановаға. Ул “Тамаша” һәм “Бүздәк яңылыҡтары”на яҙылған.

Велосипед Көйөргәҙе районы Ҡансура ауылына Мәҙинә Сәйфуллинаға тәғәйенләнде. Ул “Йәшлек” һәм “Юшатыр” гәзиттәренә яҙылған.

Еңеүселәрҙе “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ.

Телефон һандары - 226-99-5, кеҫә телефоны - 987-486-68-28. Клара Рәсил ҡыҙы.
 
 
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас в