Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
5 Август , 11:50

Әсәлек капиталын файҙаланыуға үҙгәрештәр индерелде

Владимир Путин "Әсәлек капиталы тураһында"ғы федераль законға үҙгәрештәргә ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталын шәхси эшҡыуарҙар күрһәткән мәғариф хеҙмәттәрен түләүгә файҙаланыу хоҡуғы тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында баҫылған, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите.

Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, закон мәктәпкә тиклемге белем биреүҙән файҙалана алыуға йүнәлтелгән. Ата-әсәләр Әсәлек капиталы аҡсаһын мәғариф эшмәкәрлегенә лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙар асҡан балалар баҡсаһы өсөн түләүгә йүнәлтә ала.

Быға тиклем Әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙың белем алыуына, әсәнең пенсияһының тупланмама өлөшөнә, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыуға, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа алынған) икенсе бала өсөн ай һайын түләүҙәргә файҙаланып була ине.

Әлеге ваҡытта Әсәлек капиталы суммаһы түбәндәгесә тәшкил итә:

— беренсе бала өсөн - 524 527,9 һум

— ғаилә быға тиклем беренсе бала өсөн Әсәлек капиталын алһа - 168 616,2 һум ;

— быға тиклем әсәлек капиталы ҡулланылмаған булһа - 693 144,1 һум.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас в