Яңылыҡ
24 Август 2022, 04:35

Башҡортостанда 15 йәшлек үҫмер һәләк булған

Кисә кискеһен Балтас районында булған аварияла мопед йөрөтөүсе үҫмер һәләк булды.

Башҡортостанда 15 йәшлек үҫмер һәләк булғанБашҡортостанда 15 йәшлек үҫмер һәләк булған
Башҡортостанда 15 йәшлек үҫмер һәләк булған

Кисә, киске сәғәт һигеҙ тирәһендә, Балтас районы Иҫке Балтас ауылының Баҡса урамында "ВАЗ-2121" автомобиле һәм мопед бәрелешкән. Фажиғә һөҙөмтәһендә рулдәге 15 йәшлек егет шунда уҡ йән биргән, ә уның 11 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. 

Был авария менән Башҡортостан прокуратураһы ҡыҙыҡһынған.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас