Яңылыҡ
29 Август 2022, 07:01

Иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла

1 сентябрҙә — Белем көнөндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында алкоголь һатыу тыйыла.

Иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылаИҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла
Иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла

Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «ҡоро закон»ды боҙғандар өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә иһә 100-300 мең һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, шулай уҡ муниципалитеттарҙа һабантуй ойошторолған көндәрҙә лә хәмер һатыу сикләнә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас