Яңылыҡ
2 Сентябрь 2022, 09:18

Ырымбурҙағы тәбиғәт янғындарына бәйле республиканың ике районында төтөн таралыуы күҙәтелә

Бөгөн, 2 сентябрҙә,Йылайыр һәм Баймаҡ райондары күген төтөн ҡаплап алған. Был хаҡта урындағы хакимиәт етәкселәре хәбәр итте.

Ырымбурҙағы тәбиғәт янғындарына бәйле республиканың ике районында төтөн таралыуы күҙәтеләЫрымбурҙағы тәбиғәт янғындарына бәйле республиканың ике районында төтөн таралыуы күҙәтелә
Ырымбурҙағы тәбиғәт янғындарына бәйле республиканың ике районында төтөн таралыуы күҙәтелә

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, урман һәм ландшафт янғындары теркәлмәгән. Төтөн күрше төбәктән килә.

Ырымбур Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәҙер Башҡортостан сигендә, Ҡыуандыҡ ҡала округында дүрт янғын сығанағын һүндерәләр. Унда ҡоро үлән һәм ҡыуаҡтар яна.

«Унда дала янғыны күҙәтелә. Майҙаны әлегә билдәһеҙ, сөнки ут һүндерелмәгән. Урында 56 кеше һәм 20 берәмек техника эшләй. Көслө ел, ерҙең ҡоро булыуы хәлде ныҡ ҡатмарлаштыра. Ләкин ауылдарға әлегә бер ни ҙә янамай», – тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ырымбур өлкәһе буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Александр Ситников.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас