

Башҡортостанстат ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың аҙналыҡ мониторлау һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте.
Был аҙнала йәшелсәләрҙән һуған, кишер һәм ҡыҙыл сөгөлдөргә хаҡтар һиҙелерлек төштө. Ә бына сабыйҙарҙы туҡландырыу өсөн тәғәйенләгән консервалар (5,3%), колбаса (4,4%) һәм йомортҡаға (3,7%) хаҡ артты.
Статистика бүлеге хеҙмәткәрҙәре 43 төр аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың үҙгәреүен тикшереп бара.
Үткән аҙнала шуларҙың 22 төрөнә хаҡтар төшһә, 20-нә киреһенсә күтәрелгән. Ә бына икмәккә хаҡтар үҙгәрмәгән. (Иген культураларының күп булыуы арҡаһында онға һәм икмәккә хаҡтар төшөр тигән өмөттәр әлегә аҡланмай).
Һуғанға хаҡ 13,2%-ҡа, кишергә - 12,5%-ҡа һәм сөгөлдөргә 8,4%-ҡа төшкән.
Фото:build-experts.ru