+28 °С
Болотло


Уның төп маҡсаты булып балалар матбуғатына ярҙам ҡулы һуҙыу һәм иң яҡшы йәш журналистарҙы асыҡлау тора. Фестивалгә бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы балалар баҫмалары йыйылды. Республикабыҙҙың "Аҡбуҙат" журналы бер юлы ике номинацияла еңеүсе булды. Баш мөхәррир Лариса Абдуллинаға "Иң яҡшы ижади сиселеш" һәм "Эшкә тоғролоҡ һәм йылдың иң яҡшы социаль акцияһы өсөн" дипломдары тапшырылды.
Ҡотлайбыҙ!