Яңылыҡ
10 Сентября 2022, 12:20

Урамға Рәсәй Геройы исеме биреләсәк.

 Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылының Парковая урамын Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин урамы тип үҙгәртәсәктәр

Урамға Рәсәй Геройы исеме биреләсәк.Урамға Рәсәй Геройы исеме биреләсәк.
Урамға Рәсәй Геройы исеме биреләсәк.

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылына, махсус хәрби операция барышында һәләк булған өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллиндың ғаиләһенә килде. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Игорь Нәсибуллинға Рәсәй Геройы исемен бирергә тигән указға ҡул ҡуйғайны. Шулай уҡ ул Башҡортостан башлығы указы менән генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды. Төбәк етәксеһе егеттең ата-әсәһе менән аралашты һәм уларға улдарының юғары наградаһын тапшырҙы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас