

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.
Акция барышында республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында өмәләр ойошторола. Бынан тыш, тораҡ пункттарҙа 47 мең ағас ултыртыу планлаштырыла.
Шул уҡ ваҡытта республика «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уҙған акцияла 60 меңгә яҡын ағас ултыртылған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә хакимиәттәр башлыҡтарына “Йәшел Башҡортостан” акцияһы өсөн үҫентеләрҙе ентәклеберәк һайларға тәҡдим итте. “Буш менән булмағыҙ һәм бер метрға тиклем бәләкәй үҫентеләр ултыртмағыҙ. Улар үҫмәй, ҡар һындыра. Һеҙ күмәк кеше йәлеп итәһегеҙ, ә файҙа юҡ. Әҙерәк әммә яҡшыраҡ ултыртығыҙ”, – тине Радий Хәбиров.