

Башҡортостан буйынса автоинспекция киләһе ял көндәрендә рейд саралары үткәрелеүе, улар йома кисендә башланып, аҙна аҙағына ҡәҙәр дауам итеүе тураһында белдерҙеләр, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Профилактика саралары юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың дисциплинаһын нығытыуға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарға юл ҡуймауға һәм юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә йүнәлтеләсәк. Эскән водителдәргә, пассажирҙар йөрөтөүгә, шул иҫәптән балаларҙы йөрөтөүгә айырым иғтибар бүленәсәк.
“ЮХХДИ личный составының максималь һаны йәлеп ителәсәк. Күрелгән сараларға ҡарата аңлап ҡарағыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар, күңелһеҙлектәргә тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Ашыҡмағыҙ һәм юлда иғтибарлы булығыҙ”, – тип белдерҙеләр БР буйынса ЮХХДИ-ла.