

Бөгөн Стәрлетамаҡ – Ишембай автомобиль юлының беренсе километрында бер йүнәлештә хәрәкәт иткән “Рено Логан” һәм “Шевроле Авео” автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә “Рено Логан” водителе алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Икенсе автомобилдең водителенә һәм 12 йәшлек пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында көн дә тиерлек үлемесле авариялар теркәлеп тора. Мәҫәлән, кисә, 24 сентябрҙә, 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 13 кеше йәрәхәттәр алған.
Фото: @bash_gibdd