Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Сентябрь 2022, 08:50

Ҡатын-ҡыҙҙар мобилизацияланмы?

Башҡортостандың хәрби комиссары ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса аңлатма бирҙе

Ҡатын-ҡыҙҙар мобилизацияланмы?
Ҡатын-ҡыҙҙар мобилизацияланмы?

Гүзәл заттар мобилизацияланмай, әммә, әгәр хәрби-иҫәп белгеслегенә эйә булһалар, контракт буйынса хеҙмәт итергә бара алалар, тип яҙа “Башинформ”. БСТ телеканалы эфирында республика хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, контракт буйынса хеҙмәт итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеген медицина хеҙмәткәрҙәре тәшкил итә.

“Улар үҙ бурыстарын үтәй, шул иҫәптән махсус хәрби операция территорияһында. Бик күптәре дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән. Әммә мобилизация ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырыуҙы күҙ уңында тотмай”, – тип аңлатты Башҡортостандың хәрби комиссары.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: