Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Сентябрь 2022, 09:05

Ейәнсуралар яҡташтарын оҙатты

Бөгөн яҡташыбыҙҙы Пенза ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә оҙаттыҡ. Улар араһында район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә, башҡа ауыл биләмәләренән килгән ир-егеттәр ҙә бар ине.

Ейәнсуралар яҡташтарын оҙатты
Ейәнсуралар яҡташтарын оҙатты

Иҫәнғолдағы военкомат алдында ир-егеттәрҙе оҙатырға ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, яҡындары йыйылды. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов оҙатылыусыларға иҫән-һау Ил алдындағы бурысты үтәүҙәрен һәм хәйерле юл теләне. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған 33 ир-егет ике автобуста ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуы аҫтында  Мораҡҡа юлланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй Оборона министрлығы һәм Генераль штабтың Ватаныбыҙҙың суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн, граждандарыбыҙҙың именлеген һаҡлау өсөн тәҡдименә яуап итеп өлөшләтә мобилизациялау хаҡында иғлан иткәйне. Бөтәһе лә түгел, ә запастағы һәм резервтағы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә булған һәм кәрәкле һөнәргә эйә граждандар ғына саҡырылырға тейеш. 

Саҡырылыш беҙҙең төбәктә Президент Указында билдәләнгән талаптар сиктәрендә алып барыла. Йәше, хәрби белгеслеге, сәләмәтлек торошо буйынса күрһәтелгән критерийҙарға яуап биргән граждандар ғына һайлап алына. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә билдәләнгән бурыстарҙы үтәү өсөн яраҡлы хәрби-иҫәп һөнәре булған граждандарға - стрелоктарға, танкистарға, артиллеристарға, водителдәргә, механик-водителдәргә өҫтөнлөк бирелә. Офицер исемдәре булған граждандар ҙа, ябай һәм сержант составтарынан да саҡырыла.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: