Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Сентябрь 2022, 18:30

Легендар ансамбль яңы концерт сезонын Луганск ҡалаһында асты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 83-сө концерт сезонын Луганск герой-ҡалаһында асты

Легендар ансамбль яңы концерт сезонын Луганск ҡалаһында асты
Легендар ансамбль яңы концерт сезонын Луганск ҡалаһында асты

Артистар Луганск академия филармонияһында “Беҙҙең йортобоҙ – Рәсәй” программаһы менән сығыш яһаны.  Был хаҡта социаль селтәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

“ЛХР-ҙа беҙҙең медиктар, юлсылар, төҙөүселәр һәм башҡа бик күптәр эшләй. Ә хәҙер Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск халҡына күп милләтлде башҡортостандың бер өлөшөн алып килде. Һәм был бик тәрән мәғәнәле. Рус, башҡорт, мордва, татар, белорус, ҡалмыҡ, коряк бейеүҙәрен алҡышлаған урында нацизмға урын юҡ. Ә матурлыҡҡа, халыҡтарҙың һәм мәҙәниәттәрҙең дуҫлығына һәм үҙ-ара ихтирамына урын бар. Шулай булды һәм шулай буласаҡ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: