Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
30 Сентябрь 2022, 10:45

Указға ҡул ҡуйылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин Херсон һәм Запорожье өлкәләренең бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы. Документтар Рәсәйҙең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указға ҡул ҡуйылды
Указға ҡул ҡуйылды

Документтар тексында билдәләнеүенсә, ошо биләмәләрҙең дәүләт суверенитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, БМО Уставында беркетелгән халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғына ярашлы таныла.

Херсон һәм Запорожье өлкәләре халыҡтары был хоҡуҡты быйыл 27 сентябрҙә уҙған референдумдар барышында ғәмәлгә ашырҙы.

Рәсәй Президентының 2022 йылдың 29 сентябрендәге указдары ҡул ҡуйған көндән көсөнә инә.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: