Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
2 Октябрь 2022, 16:20

Мобилизацияланыусыларға посылкалар даими буласаҡ

Башҡортостан Башлығы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар менән осрашты

Радий Хәбиров һәм республика етәкселеге мобилизацияланған ир-егеттәр хәрби әҙерлек үткән Рәсәйҙең биш төбәгенә барҙы. Улар аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, палаткалар, кейем-һалым һәм ғаиләләрҙән посылкалар алып барҙы.

Республика етәксеһе белдереүенсә, ул командирҙар менән бындай йөктәр даими булыуы тураһында килешкән. Беҙҙең һалдаттар булған хәрби частарға Башҡортостандан фуралар һәр ваҡыт йөрөп торасаҡ. Кәрәкле әйбрҙәр исемлеген Башлыҡтың советниктары билдәләйәсәк. Шундай уҡ эш Миңнеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар менән дә ойошторолған.

“Беҙ һеҙҙең ғаиләләрегеҙ тураһында ла хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Бының өсөн “Шайморатов штабы” булдырылды. Унда һеҙҙең туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ килеп тыуған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә ала. Беҙ уларҙы хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да да эшләйәсәкбеҙ”, – тине республика етәксеһе яугирҙәргә.

Фото:Олег Яровиков / “Башинформ”.

Мобилизацияланыусыларға посылкалар даими буласаҡ
Мобилизацияланыусыларға посылкалар даими буласаҡ
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: