+24 °С
Ямғыр


Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 321,9 мең самаһы кеше ауырыған.
«Хәҙерге ваҡытта 239 кеше стационарҙа дауалана, күпселеге — оло йәштәгеләр. Әле 4,4 меңдән ашыу пациент амбулатор шарттарҙа дауалана. Уларҙың 1,3 меңдән ашыуы 60 йәште уҙған», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Респбликала халыҡҡа прививка яһауға килгәндә, бөгөнгә 3,119 миллион самаһы кеше вакцинаның ике компонентын алған.