

Башҡортостандың Доставалов исемендәге батальоны яугирҙәре үткән төндә дошман көстәрен тар-мар итеп, төп бейеклекте алған. Был хаҡта батальондың рәсми телеграм-каналына һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.
Ябай булмаған һуғыш шарттарында батальондың 5-се ротаһы ҡатнашҡан. Дошман күпме генә һөжүм итеп маташһа ла, “Доставаловсылар” позывнойы “Сенеж” булған командирҙары етәкселегендә бронетөркөм һәм артиллерия ярҙамында бөтә һөжүмдәрҙе кире ҡаҡҡан.
“Дошман ҙур юғалтыуҙар кисерҙе һәм сигенде. Бөтә личный сосотав ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте”, – тиелә батальондың ТГ-каналында