Яңылыҡ
18 Октябрь 2022, 14:14

Өлөшләтә мобилизация ваҡытынан алда тамамланасаҡ

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация илдә билдәләнгән дөйөм ваҡытҡа ҡарағанда иртәрәк тамамланасаҡ.

Был турала республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич белдерҙе.

"Беҙҙең мобилизация дауам итә, барыһы ла планлаштырылғанса бара. Беҙ уны ваҡытында, 28 октябргә тиклем, дөйөм мобилизация тамамаланыуҙан саҡ ҡына иртәрәк  тамамлайбыҙ", - тине Блажевич.

Әйтергә кәрәк, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә өлөшләтә мобилизация туҡтатылды. Атап әйткәндә, Мәскәү мэры Серегй Собянин баш ҡалала мобилизация сараларының бөтөүе тураһында иғлан итте.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас