

Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы ҡарарына ярашлы, хәләл ефетенең йөклөлөк ваҡыты 22 аҙнанан ашыу булған осраҡта ике балалы ир-егеттәр өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан азат ителде. Был турала Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар эштәре комитеты етәксеһе Нина Останинаға һылтанма менән ТАСС агентлығының ТГ-каналы хбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
Инвалид балаларҙың атайҙары ла өлөшләтә мобилизацияға эләкмәй (ғаиләлә нисә бала булыуы мөһим түгел).
Әйткәндәй, күп балалы атайҙарҙы хәрби әҙерлек үткән урындарынан Башҡортостанға ҡайтара башланылар ҙа инде.