

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороусы доброволецтарҙың эш хаҡы күпме буласағын әйтте, тип яҙа “Башинформ”. Артур Йомағужин белдереүенсә, яугирҙәр хәрби әҙерлек үткән осорҙа кәмендә 80 мең һум, ә махсус операцияла ҡатнашыу осоронда 200 мең һумдан артыҡ аласаҡ.
“Эш хаҡы Росгвардияның тарификация селтәренән сығып билдәләнә плюс Башҡортостан Республикаһынан өҫтәлмә түләмдәр буласаҡ”, – тип яҙҙы Йомағужин батальондың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә.
“Әле батальонды формалаштырыу тамамланыуға яҡынлаша. Уның вәкиллектәре Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Сибайҙа, Сәрмәндә, Иҫке Собханғолда һәм Малаяҙҙа асылған. Заявка биреүселәр һаны 700-ҙән артыҡ. Радий Хәбиров “Тура бәйләнеш”тә батальонға ярҙам итәсәген һәм ул махсус операция зонаһында Росгвардия ғәскәрҙәре составында эшләйәсәген белдерҙе.
Фото: "Башинформ".