Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы яғынан принципиаль ҡарарҙарҙың булмауы хәлде ҡатмарлаштыра, тип билдәләне ул. Республикалағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе күрһәткән уңышлы һөҙөмтәләр был ҡалаларҙағы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыр ине. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров ошо эште дауам итергә ҡушты.
Атап әйткәндә, Башҡортостандың биш моноҡалаһында (Бәләбәй, Күмертау, Белорет, Благовещен, Нефтекама) эшләгән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә халыҡтың миграция үҫеше һәм эшһеҙлектең кәмеүе теркәлә. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, инвесторҙарҙың 2022 йылда ғына юғарыла әйтелгән биләмәләрҙә тормошҡа ашырған проекттары республика иҡтисадына 14 миллиард һум килтерергә тейеш.