Яңылыҡ
29 Ноябрь 2022, 06:43

Рәсәй президенты Башҡортостандың элекке вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимовҡа атҡаҙанған төҙөүсе исемен бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Рәсәй президенты Башҡортостандың элекке вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимовҡа атҡаҙанған төҙөүсе исемен бирҙеРәсәй президенты Башҡортостандың элекке вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимовҡа атҡаҙанған төҙөүсе исемен бирҙе
Рәсәй президенты Башҡортостандың элекке вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимовҡа атҡаҙанған төҙөүсе исемен бирҙе

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ул республиканың Төҙөлөш министрлығы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы эше өсөн яуаплы ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән чиновник «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнде.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас