

Бөгөн Башҡортостан коронавирус инфекцияһынан тағы бер кеше вафат булған. Шулай уҡ кисә лә бер үлем осрағы теркәлгән ине.
Үткән тәүлектә, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, COVID-19 йоҡторған 161 кеше теркәлгән, 136 пациент һауығып сыҡҡан.
2149 кеше амбулатор дауалана, шуларҙың 612-һе ололар, 177 кеше – стационарҙа, шуларҙың 133-ө алтмыш йәштән өлкәндәр.
РФ хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ноябрҙә коронавирус менән ауырыу артыуы күҙәтелде.