

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итте “Башинформ”. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды һәм көсөнә инде лә инде.
Указға ярашлы республика хөкүмәте ойоштороу комитетын һәм саралар планын раҫларға тейеш. Райондар һәм ҡалалар хакимиәттәренә шулай уҡ ойоштороу комитеттары булдырырға тәҡдим ителә.
2023 йылды Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итергә ҡарар ителеүе тураһында Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтендә хәбәр иткәйне.
– Һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған төйәге бар. Унда тәүге аҙым яһағанбыҙ, мәктәпте тамамланыҡ. Мин ауылымда биш йыл йәшәнем, кемдер - ун, кемдер - егерме, кемдер ғүмер буйы шунда. Берәүҙәр ауылда, икенселәр ҡалала тыуған. Әммә мин аныҡ беләм: һәр кешенең үҙенең тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн ниндәйҙер яҡшы әйбер эшләү теләге бар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: кемдер - күберәк, кемдер - аҙыраҡ, ләкин бөтәбеҙ ҙә йәнтөйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ, – тине Башлыҡ.