Яңылыҡ
19 Декабрь 2022, 12:35

Радий Хәбиров Башҡортостан трассаларында хәрәкәтте туҡтатырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы әгәр юлдарҙа һауа торошона бәйле хәл ҡатмарлашһа, республикала транспорт хәрәкәтен туҡтатырға ҡушты.

«Бурандар, ғәрәсәттәр — һеҙҙең бурысығыҙ ябай: һауа торошона ҡарамаҫтан, транспорт хәрәкәтен тәьмин итеү. Ләкин шул уҡ ваҡытта, юлда йөрөү хәүефле икән, туҡтатығыҙ!», — тине республика етәксеһе.

Юл-транспорт ваҡиғалары өсөн түрәләргә яуап бирергә тура килер, тип иҫкәртте Радий Хәбиров.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас