

Өфөлә тауҙан шыуып уйнаған 11 йәшлек малай "тиҙ ярҙам" менән дауаханаға оҙатылған. Ул йәрәхәтләнгән, әммә ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Ҡаланың граждандар һағы идаралығы хәбәр итеүенсә, бала санкцияланмаған тауҙан шыуған. Ул урынға шыуыуҙы тыйған аншлаг ҡуйыласаҡ.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Тиҙҙән ҡышҡы каникул етә. Хәүефһеҙлек мәсьәләһенә битараф булмағыҙ. Балаларығыҙ менән был хаҡта һөйләшегеҙ, ниндәй осраҡта уйын ҡурҡыныс икәнлеген аңлатығыҙ.
Каникул һәм байрамдар күңелле үтһен!