

«Спортлото «5 из 36» дәүләт лотереяһында 25 декабрҙә приз – 6 032 700 һум уйнатылған. Был юлы Башҡортостан кешеһенә уңыш йылмайған. Бәхетле ҡатнашыусы әлегә отош алыр өсөн мөрәжәғәт итмәгән. Уның билетты лотерея сайтында 60 һумға ғына һатып алыуы билдәле.
“Башҡортостанда йәшәүселәрҙең даланлы булыуы тағы бер тапҡыр иҫбатланды. Төбәк ҡатнашыусылары дәүләт лотереяһында йыш ота. 2021 йылда ғына отоштарҙың дөйөм суммаһы 1 099 646 369 һум тәшкил итте. Республикала 6 305 722 бәхетле лотерея билеты һатып алынған. 2021 йылда Башҡортостандың 43 кешеһе 500 000-дән 1 000 000 һумға тиклем отҡан, ә 51 кеше миллионер булған”, – тип хәбәр иттеләр “Столото”ла.