Яңылыҡ
27 Декабрь 2022, 07:59

2023 йыл нисек булыр?

Беренсе булып донъяға коронавирус тураһында белдергән һинд күрәҙәсеһе Абигья Ананд 2023 йылдың нисек киләсәге тураһында һөйләгән.

Абигья әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы бер ҡайҙа ла китмәгән, бер аҙҙан уның яңы, көслөрәк тулҡыны көтөлә. Ә иҡтисад өлкәһендә хәлдәр яҡшырырға тейеш икән.

Ювилер әйберҙәргә лә ихтыяж кәмейәсәк, шуға ла уларҙың хаҡы төшәсәк. Күрәҙәсе 2023 йылда донъяла ашлыҡ уңышы менән проблемалар буласағын да әйткән. Ҡайһы бер илдәрҙә катаклизмдар ҙа көтөлә икән. Абигья һәләкәт ҡағылмаған илдәрҙе башҡаларға ярҙам итергә саҡыра.

Бынан тыш, алдағы ике йылда ҡайһы бер илдәрҙә власть үҙгәрәсәген дә фаразлай егет. Был ваҡиғаны бөтөн Ер шары күҙәтәсәк.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас