Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
15 Ғинуар 2023, 12:45

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны кәмей

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус менән ауырыусылар һаны кәмеүе тураһында белдерҙеләр

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны кәмей
Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны кәмей

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 89 осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып бул сир менән ауырыусылар һаны 346,8 меңдән артты.

“Станционарҙа хәҙер 136 пациент даулана, уларҙың күпселеге оло йәштәгеләр. 12 кеше ауыр хәлдә, берәү ИВЛ-да. COVID-19-ҙан үлемдеү яңы осраҡтары теркәлмәне. Пандемия башланғандан алып республикала 5968 кеше вафат булды. Шуларҙың 4962-һе 60 йәштән өлкәндәр” – тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.

1,2 мең кеше амбулатор дауалана, шуларҙың 400-ҙән күберәге оло йәштәге кешеләр. Һуңғы тәүлектә 90 кеше һауыҡҡан.

Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: