Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
25 Ғинуар 2023, 09:28

Янғын сәбәпсеһе - бесәй

«Асыҡланыуынса, янғын бушҡа ғына булмай. Баҡһаң, бесәй йылытҡыс өҫтөнә ҡорғанды төшөргән, гардин ҡолап, янғын башланған», — тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһының Ғафури урамындағы күп фатирлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр алғас, ваҡиға урынына юлланалар.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, уларҙы кире боралар. Ҙур булмаған урында сыҡҡан янғынды йортто ҡуртымға алыусыларҙың береһе һыу һибеп һүндергән.

«Асыҡланыуынса, янғын бушҡа ғына булмай. Баҡһаң, бесәй йылытҡыс өҫтөнә ҡорғанды төшөргән, гардин ҡолап, янғын башланған», — тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: